Герб

Администрация сельского поселения
Турумбетовский сельсовет
муниципального района Аургазинский район
Республики Башкортостан

«Ағинәй»

3 август Ғафури районының  «Ағинәй» төбәк тәбиғәт ойошмаһы  Ағинәйҙәре ойошторған республика күләмендәге  “Сигеүҙәрҙә күҙ нуры”  сараһында Ауырғазы районының Төрөмбәт, Мораҙым, Усман ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты. Башҡа район ағинәйҙәре менән эшләгән эштәр тураһында фекер алышты, мастер класс ҡараны. Сарала ҡатнашҡан башҡаланан килгән ҡунаҡтарҙың сығыштарын тыңланылар. Ағинәйҙәрҙең эштәрен баһаланылар, рәхмәт әйттеләр һәм бүләкләнеләр.  Сәхнәлә Ғафури районының  Ағинәйҙәре төрлө йолалар күрһәттеләр. Ә 42 райондың Ағинәйҙәре ошо сығыштарҙы ҡарап, Ғафури районының  матур тәбиғәтенә һоҡланып,  көс-дәрт алып ҡайтып киттеләр. Ошо матур сараны ойошторғандары өсөн  Ғафури районының  Ағинәйҙәренә, район хакимиәте башлығы Ф. Сыңғыҙывҡа, Гөлфиә Янбаеваға, спонсорыбыҙ Ҡотлоюлов Ильдар Миниәсҡәт улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.