Герб

Администрация сельского поселения
Турумбетовский сельсовет
муниципального района Аургазинский район
Республики Башкортостан

Йыр — фольклорҙың киң таралған жанрҙарының береһе. Унда беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын күрәбеҙ. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең Тыуған илен, батырҙарын данлай, шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡ үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән.

Беҙҙең Ауырғазы  районында  ғинуар айынан башлап  вокаль конкурс «Голос Аургазов» йәғни “Ауырғазы тауышы” үткәрелеп килә. Үҙҙәренең таланттарын Яңы Юлдаш, Таштамак, Мораҙым, Наум, Балыклыкүл, Степановка  һәм  башҡа ауыл  бәйгеселәре күрһәттеләр ҙә инде. Конкурста ҡатнашыусылар жюри ағзаларына  төрлө характерҙағы русса, татарса, башҡортса, сыуашса яңғырыған йыҙарын ишеттерҙеләр. Конкурстың йомғаҡлау өлөшө  11 апрельдә райондың мәҙәниәт һарайыда үтәсәк.

20 мартта  Төрөмбәт мәҙәниәт йортонда ошо йыр фестиваль конкурсында ҡатнашыусыларҙың бәйгеһе үтте.  Барлығы 14 конкурсант үҙҙәренең көстәрен һынаны. Иң йәш бәйгесебеҙгә нибары 7 йәш кенә булһа, иң өлкәне инде быуындары нығынған башҡарыусылар ине. Тамашасылар барса башҡарыусыларҙыла дәртләндереп ҡаршы алдылар һәм көслө алҡыштар менән оҙатып ҡалдылар.