Герб

Администрация сельского поселения
Турумбетовский сельсовет
муниципального района Аургазинский район
Республики Башкортостан

Рәшит Назаровтың тыуған көнөндә районыбыҙҙа төрлө саралар үтте

Рәшит Назаровтың тыуған ауылы Төрөмбәттә ауылдаштары билдәле журналист Мәликә Әминеваны, Мораҙым ауылында тыуып үҫкән фольклорсы ғалимә, филология фәндәре докторы, атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнүзә Нәҙершинаны, Усман (Ҡаҙморон) ҡыҙы, доцент, филология фәндәре кандидаты Ләйлә Хөсәйенованы, филология фәндәре кандидаты, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты етәксеһе, профессор Луиза Сәмситованы, ғалим-биолог, Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия фәнни-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғоловты, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримовты, Үтәймулла ауылы егете, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Айнур Үтәевты, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Юламанованы, район ветерандар советы рәйесе Инсаф Мифтаховты, “Зәңгәр шишмә” әҙәби берекмәһе рәйесе шағир Вәрис Аҡбашевты  ихлас ҡаршы алдылар. Мәктәптәге Рәшит Назаров музейында шағирҙың тормошо, ижады менән таныштырҙылар. Килгән ҡунаҡтар Рәшит Назаровтың ҡәберенә сәскәләр һалдылар, уны хәтергә алдылар, шағир рухына аят бағышланылар. Төрөмбәт мәҙәниәт йортона йыйылған ауылдаштар менән килгән ҡунаҡтар ихлас аралашты. Һәүәҫкәр артистарҙың сығыштарын бик яратып ҡаранылар.