- ← Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы (1 ноябрь 1944 — 14 октябрь 2006) — башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Йыр — фольклорҙың киң таралған жанрҙарының береһе. Унда беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын күрәбеҙ. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең Тыуған илен, батырҙарын данлай, шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡ үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән. →