Герб

Администрация сельского поселения
Турумбетовский сельсовет
муниципального района Аургазинский район
Республики Башкортостан

Матур ғаилә – ил ҡото

Усман ауылынан Гөлсәсәк һәм Зимфир Бикәнәсовтар ғаиләләренә тәрбиәгә өлкән йәштәге кешене алған, уны яҡын күреп, “инәй” тип өндәшәләр

Мәҙинә Тимерова – теремек кенә, еңел кәүҙәле апай. Уға мартта 86 йәш тулған. Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылына килен булып төшкәс, ире менән сәмләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Ул саҡтарҙа үҙенең ҡартлығын уларҙың түрендә ултырып ҡаршылармын, тип тә өмөтләнгәндер. Тик яҙмыш ҡайһы саҡ аяуһыҙ, бөтөнләй икенсе юлдан алып китә. Мәҙинә Абдулла ҡыҙы ғүмере буйы Яңғыҙҡайын мәктәбенең иҫке мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләй. Унда һыуҙы ла ташырға тура килә, мейескә утын яғып йылытырға ла кәрәк була. Ире шофер булып эшләй. Һынауҙар осрап тора. Йәшәп ятҡан өйҙәре янып китә. Улар йорт төҙөп сығалар. Ире вафат булғандан һуң икенсегә янғын сығып, тағы өйһөҙ ҡала ғаилә. Колхоз ярҙамы, ауылдаштарының булышлығы менән ҡыйыҡлы булалар.

Ғаиләлә алты малай, бер ҡыҙ бала үҫә. Тик уларҙың бәхетен генә күрергә яҙмай. Ҡыҙы ике бәләкәй балаһын ҡалдырып яҡты донъянан китә. Малайҙарҙы ла ерләргә тура килә әсәгә. Ҡараусыһыҙ ҡалған Мәҙинә әбей олоғайған көнөндә Ғафури районы Табын ауылының ҡарттар йортона барып эләгә. Унда ете йыл йәшәй. Ундағы тормошто яҡшы итеп телгә ала, әлбиттә. Тик ғаиләлә йәшәүгә етәме инде?! Ниһайәт, уға ла бәхет йылмая. Усман (Ҡаҙморон) ауылынан өлкән йәштәге кешене ғаиләгә алырға тигән теләк менән килгән Бикәнәсовтар Мәҙинә әбейҙе оҡшата. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, улар документтар юллай.

– Беҙ 2017-нең февралендә үк тәрбиәгә өлкән кеше алыу тураһында уйлағайныҡ. Талбазыла  ул ваҡытта тейешле органдар был һорау буйынса аныҡ ҡына яуап бирмәне. Өфөгә барҙыҡ, һуңынан ыңғай хәбәр менән хат килде, – тип һөйләй Гөлсәсәк Ғиндулла ҡыҙы. – Табынға барырға кәңәш иттеләр. Бына шунда инәйҙе ( ул Мәҙинә әбейгә шулай өндәшә) күрҙек, бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Унан, ғаиләгә барырға теләгең бармы, тигәс, шатланып риза булды. Ғинуар аҙағында алып ҡайттыҡ. Ул үҙен-үҙе ҡарай, тыныс. Балалар ҙа уға нәнәй, ти. Ҡәйнәм һәр саҡ беҙгә, уның янына килә. Ейәне, ейәнсәре килеп күрҙеләр. Кейәүе икенсегә өйләнгән, ул бик кешелекле ҡатын.Балаларҙы тәрбиәләп үҫтерешкән. Әле лә шылтыратып, инәйҙең хәлен белешеп тора.
Иркен, яҡты, бөхтә йыйыштырылған йортта Мәҙинә Абдулла ҡыҙының үҙ бүлмәһе бар. Ул уҡырға ярата. Беҙ барғанда ла ҡулында китап ине. «Ошо китапты яратам. Әле Салауат тураһында уҡыйым», – тине ул.

Гөлсәсәк үҙе ҡалала тыуып үҫкән. Салауаттан әхирәте менән Усманға ҡайтып йөрөгәндә Зимфир менән таныша. Улар, бер аҙ  дуҫлашып йөрөгәс, ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Ауыл тормошон ҡаланыҡына ҡарағанда өҫтөн күреп, йәштәр бында төпләнә. Бер йыл эсендә үҙҙәре өсөн йорт төҙөп шунда күсәләр. Ғаилә башлығы үҙе балта оҫтаһы. Әле лә ул ошо яратҡан эше менән аҡса таба. Ауылда ғына  түгел, төрлө райондарға ла саҡыралар.

Биш бала үҫтерә Бикәнәсовтар. Өс ҡыҙҙары инде ғаиләле, өс ейәндәре, өс ейәнсәрҙәре  бар. Дүртенсе ҡыҙҙары Төрөмбәт мәктәбендә һигеҙенсе класта уҡый, төпсөк улдары Ансарға әле алты йәш, ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөй. Гөлсәсәк биш йыл элек «Әсә даны» миҙалын алған. Ул килен булып төшкәс тә, ашнаҡсы булып балалар баҡсаһында, унан колхозда эшләй. Хәҙер өйҙә генә. Мал тоталар, баҡсаһын ҡарай. Аш-һыуға ла бик оҫта хужабикә. Телде йоторлоҡ тәмле аштары, өйҙә бешергән икмәге, төрлө ҡамыр аштары менән ғаиләһен һыйлай.

Бикәнәсовтарҙың изгелеге балалары өсөн дә үрнәк. Кешегә ҡарата миһырбанлы булыу – үҙе бер батырлыҡ. Ә оло ҡайғылар кисергән Мәҙинә Абдулла ҡыҙының олоғайған көнөндә тыныслыҡта, тәрбиәлә йәшәүе уның өсөн оло шатлыҡтыр.